Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
6 Декабрь 2019, 11:00

Рәсәй Украина аша газ транзитын һаҡларға әҙер

Владимир Путин Рәсәйҙең Украина аша газ транзитын һаҡларға әҙер булыуын белдерҙе, был турала ТАСС яҙа.

Ул Украина аша транзитты һаҡлау теләге тураһында даими һөйләүен билдәләне. Әлеге ваҡытта был мәсьәлә буйынса Венала фекер алышалар.
Шул уҡ ваҡытта Рәсәй башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, Украина яғы тәҡдим иткән шарттар иҡтисади яҡтан ҡабул итерлек түгел.
Шулай булһа ла Путин Мәскәү менән Киевтың килешә, урталыҡ таба алыуына ышана.
#ВладимирПутин
Читайте нас: