Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Декабрь 2019, 11:10

Путин яңы законға ҡул ҡуйҙы

Рәсәй президенты Владимир Путин электрон техникаға Рәсәй программа тәьмин ителешен ҡуйыу тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы. Был турала РИА «Новости» хәбәр итә.

Документҡа ярашлы, 2020 йылдың 1 июленән Рәсәйҙә ҡайһы бер “техник ҡатмарлы тауарҙарҙы” Рәсәй программа тәьмин ителешен ҡуймайса һатырға ярамаясаҡ. Бындай тауарҙар исемлеген хөкүмәт билдәләйәсәк. Закон смартфондарға, компьютерҙарға һәм “смарт-ТВ” фукнцияһы булған телевизорҙарға ҡағыласаҡ, тип күҙаллана.
Документ авторы был яңылыҡтың Рәсәй бизнесы мәнфәғәттәрен яҡлауҙы тәьмин итәсәгенә ышана.
Быға тиклем Федерация Советы Рәсәй программа тәьмин ителеше булмаған техниканы һатыуҙы тыйыу тураһындағы законды хуплағайны.
#ВладимирПутин
Читайте нас: