Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
3 Декабрь 2019, 13:05

Радий Хәбиров Мөрәжәғәтнамә тураһында мәғлүмәт бирҙе

БР Хөкүмәтенең бөгөнгө оператив кәңәшмәһендә байтаҡ етди мәсьәләләр ҡаралды. Бихисап эш һөҙөмтәләре тураһында отчет тыңланды, алдағы бурыстар хаҡында иҫкә төшөрөлдө һәм кисекмәҫтән эшләй торған эштәр барланды. Шуның менән бергә Башҡортостан Башлығының Мөрәжәғәтнамәһе датаһы ла иғлан ителде.

Радий Хәбиров белдереүенсә, йыллыҡ Мөрәжәғәтнамә быйыл 10 декабрҙә буласаҡ.

Ҡағиҙәгә ярашлы, унда республиканың үҫеше перспективалары, алдағы көндәргә уй-ниәттәр, маҡсаттар, өлгәшә торған күрһәткестәр атала.

Мөрәжәғәтнамә БР Хөкүмәте, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары, власть органдары алдында уҡыла.

Йыллыҡ пландарыбыҙ ниндәй? Ҡуйылған бурыстар үтәлерлекме? Иң беренсе планда иғтибар итәһе темалар ҡайһы өлкәгә ҡарай? Барыһын да тиҙҙән беләсәкбеҙ.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Radiy-H-birov-M-r-g--tnam-tura-inda-m-l-m-t-bir-e-23813/

Читайте нас: