Владимир Путин раҫлауынса, Рәсәй – күп милләтле һәм күп конфессиялы дәүләт булараҡ, милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә тоторға тейеш. Был мәсьәлә менән һәр ваҡыт шөғөлләнергә кәрәк.
Ултырышта Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 75 йыллығын да иҫкә алдылар. Көнбайыш илдәрендә тарихты яңынан яҙырға тырышыу, Еңеүҙең әһәмиәтен кәметергә ынтылыу бар. Рәсәй бындай уйҙырмаларға ҡаршы сығырға тейеш. 2020 йыл Рәсәйҙә “Хәтер һәм дан йылы”, тип иғлан ителде, көҙ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буласаҡ. 2022 йыл Рәсәйҙә “Халыҡтар сәнғәте һәм матди булмаған мәҙәни мираҫ йылы”, тип иғлан ителәсәк.