Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Ноябрь 2019, 10:00

Башҡортостан Башлығы граждандарҙы ҡабул итте

Радий Хәбиров баш ҡалала йәшәүселәр менән «Берҙәм Рәсәй» партияһы рәйесенең төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә осрашты.

Республика етәксеһенә беренсе булып Фәсәхәт менән Хәниф Фәхретдиновтар мөрәжәғәт итте. Пенсионер ҡатындың тормош иптәше беренсе төркөм инвалиды. Ул коляскала йөрөргә мәжбүр. Әммә оло йәштәге ҡатынға ирен көн һайын урамда этеп алып йөрөү бик ауыр бирелә. Шуға ла улар Башҡортостан башлығынан электр приводлы кресло һатып алыуҙа ярҙам һораны.

Артабан Радий Хәбировҡа аренда каникулы һорап кикбоксинг буйынса өс тапҡыр донъя чемпионы Кирилл Москвин мөрәжәғәт итте. Спортсы баш ҡаланың Октябрь районында ҡуртымға алынған бинаны спорт залы итеп үҙгәрткән. Барлығы 400 мең һум аҡсаһын һалған.

Хәҙер бында балалар шөғөлләнә. Йәйге каникул мәлендә уҡыусылар ял итергә киткәндән һуң тренерҙың 80 мең һумлыҡ бурысы йыйылған. Күп балалы һәм аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнеүселәрҙең күбеһе күнекмәләр өсөн ташламалы хаҡ түләй. Шуға ла спортсының бурысты ҡапларға хәленән килмәй. Башҡортостан башлығы мәсьәләне хәл итеү генә түгел, ә яҡын көндәрҙә спорт залына инеп сығасағын да белдерҙе.

Яңылыҡтарҙан.
Читайте нас: