Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Ноябрь 2019, 10:20

Владимир Путин партия ағзаларына эш ҡушты: урындағы түрәләрҙе...

Ишеткәнһегеҙҙер, бөгөн "Берҙәм Рәсәй" партияһының 19-сы съезы асылды. Унда Президент Путин да килеп, телмәр тотто. Һәм нисегерәк һөйләне бит әле!

Партия ағзаларына төбәп әйткән һүҙҙәре бик урынлы ине.
- Партия өсөн үҙенә уңайлылыҡ эҙләү, һәр кимәлдәге начальникка ялағайланыу бик насар. Һәр ерҙә лидер булыуығыҙҙы һорайым. Минең менән йыл һайын ойошторолған "Тура линия"ны көтмәй, үҙегеҙ киҫкен мәсьәләләрҙе табығыҙ һәм күтәреп сығығыҙ. Үҙ көсөгөҙ менән хәл итергә тырышығыҙ. Ғәҙеллек булһын, - тине Владимир Владимирович.
Һәм тағы өҫтәне:
- Күрәһегеҙ бит, йә емерелгән дауахананы күрһәтәләр, йә балалар бишенсе тиерлек сменала уҡыған мәктәпте... Урындарҙа быларҙың һәр береһен һеҙ күрергә тейеш. Әгәр түрәләр күрмәһә, йолҡҡолағыҙ, һелкетегеҙ, хәл итеү юлдарын табығыҙ.
Ил башлығының был сығышынан һуң, моғайын, ҡайһы бер түрәләрҙең йәне лә көйөп ҡуйғандыр. Беренсенән, күп проблема "Тура линия"ға шылтыратҡас, хәл ителә башлай, икенсенән, тотоп һелкетмәйенсә, ысынлап та, бәғзе бер начальник урынынан да ҡуҙғала алмай. Ә бынан ары ҡуҙғалыр. Сөнки "Берҙәм Рәсәй" партияһы килә...
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-partiya-a-zalarina-esh-ushti-urinda-i-t-r-l-r-e-17295/
Читайте нас: