Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Ноябрь 2019, 12:30

Владимир Путин Рәсәйҙең иң яҡын дуҫтарының береһен бүләкләне

Рәсәй Президенты Әзербайжандың беренсе вице-президенты Мехрибан Алиева менән осрашты. Сарала ике дәүләт араһындағы хеҙмәттәшлек мәсьәләләре тураһында һүҙ барҙы. Владимир Путин ҡунаҡҡа ҙур награда ла таҡты.

Мехрибан Алиева Рәсәйҙең абруйлы дәүләт наградаһы - Дуҫлыҡ орденына лайыҡ булды. Ханым ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереүгә тос өлөш индергән.

Әйткәндәй, Рәсәй менән Әзербайжан араһындағы тауар әйләнеше үҫеше тәүге туғыҙ айҙа 26 процент булған. Был бик етди күрһәткес. Һәр хәлдә беҙҙең Президент шулай уйлай.

Мехрибан Ариф ҡыҙы Путинға ҙур рәхмәтен белдерҙе. Ул ҡасандыр Мәскәүҙә уҡыған икән. Әзербайжан Президенты Илһам Алиевтан сәләм еткерҙе һәм теләгән ваҡытта беҙгә килегеҙ, тип тә өҫтәне.

Был илдә рус телен үҫтереүгә һәм һаҡлауға ла ҙур иғтибар бирелә. Ҡыҫҡаһы, Әзербайжан менән Рәсәй - яҡын дуҫтар һәм партнерҙар. Путин Алиева ханымды ҡотлаған саҡта юҡҡа ғына Рәсәйҙең ысын дуҫы, тип атамаған инде. Эштәр бара, аралар йылы.

https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Vladimir-Putin-R-s-y-e-i-ya-in-du-tarini-bere-en-b-l-kl-ne-17750/

Читайте нас: