Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
19 Ноябрь 2019, 19:55

Константин Толкачев ҡатын-ҡыҙ депутаттарға нимә һөйләне?

Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев бик үҙенсәлекле осрашыу үткәрҙе. Ул Әсә көнөнә арналғайны. Парламент етәксеһе менән һөйләшеүгә гүзәл заттан булған депутаттар йыйылды.

Константин Толкачев баштан уҡ беҙҙең республикала ҡатын-ҡыҙҙарҙың әүҙем тормош позицияһы булыуын, төбәгебеҙ үҫешенә тос өлөш индереүҙәрен белдерҙе.
– Уверен, что без активного участия женщин-депутатов, женских общественных организаций невозможно представить успешное решение насущных вопросов развития Башкортостана. Вы представляете интересы избирателей, активно вовлечены в общественную жизнь своих населенных пунктов. Практика показывает, что женская дипломатичность порой становятся залогом успеха многих серьезных начинаний, – тине парламент етәксеһе.
Ысынлап та, шулай бит. Беҙҙә ҡатын-ҡыҙҙар бик әүҙем. Осрашыуҙа социаль тармаҡтағы милли проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса тема ҡаралды. Әйткәндәй, республикала милли проекттар 58 төбәк проектына ярашлы ғәмәлгә ашырыла. Быйыл уларға ҡаҙнанан 27,8 млрд һум аҡса бүлеү күҙалланған. Шуларҙың 14,5 миллиарды - федераль бюджеттан.
Осрашыуҙа етди темалар ғына ҡуҙғатылманы, ә эштәргә баһа ла ҡуйылды. Константин Толкачев бер төркөм депутат ҡатын-ҡыҙға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Етеп килгән Әсә көнө менән ҡотланы.
– Этот светлый, радостный день дарит нам еще одну возможность выразить бесконечную признательность нашим любимым женщинам: мамам и бабушкам, женам, сестрам и дочерям. Именно вы олицетворяете красоту, мир, делаете его добрее, обеспечивая духовное единство общества. Желаю всем успехов, добра, счастья и благополучия, – Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесенең был һүҙҙәренә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
https://yeshlek.rbsmi.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/Konstantin-Tolkachev-atin-i-deputattar-a-nim--yl-ne-14163/
Читайте нас: