Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ноябрь 2019, 11:15

Ил етәксеһе БРИКС һөҙөмтәһе хаҡында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Бразилиялағы БРИКС саммиты буйынса матбуғат конференцияһы уҙғарҙы. Дәүләт башлығы журналистарға берекмәнең эше, шулай уҡ тышҡы сәйәсәт тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.

Рәсәй етәксеһе БРИКС хаҡында саммит үткәндә генә иҫкә төшөрәләр, тип билдәләне. Уның һүҙҙәренсә, уҙған йыл эсендә берекмә эгидаһы аҫтында бик күп саралар уҙған, шулай уҡ илдәр үҫештең төп йүнәлештәре буйынса позицияларҙы билдәләгән.
Путин БРИКС-ты "сәйәсәттә генә түгел, донъя иҡтисадында тотороҡлолоҡто билдәләүсе фактор, сөнки илдәр асыҡ баҙар, протекционизмдың барлыҡ төрҙәренә ҡаршы сығыш яһай" тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
"Быйыл БРИКС илдәре һатып алыу һәләтлелеге буйынса ВВП күләме буйынса "семерка" илдәрен 12 процентҡа үтеп китте. Ә киләһе йылда БРИКС-тың "семерка" илдәренә ҡарағанда 50 триллионға күберәк булысаҡ, быны берәү ҙә һиҙмәү мөмкин түгел", -тине Путин һәм был донъя кимәлендәге факт артабан да үҫәсәк, тип өҫтәне.
#ВладимирПутин
Читайте нас: