Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Ноябрь 2019, 11:10

Донъя иҡтисады ҡасан тотороҡланыр?

Рәсәй Президенты Владимир Путин билдәләүенсә, донъя иҡтисадында хәлдәр бик ҡатмарлы килеш ҡала.

Хәҙерге заманда халыҡ-ара баҙарҙа намыҫлы булмаған көндәшлек, санкциялар, сауҙа һуғыштары илдәргә тигеҙ үҫешергә ҡамасаулай. Шул уҡ ваҡытта, Рәсәй БРИКС илдәре менән сауҙа мөнәсәбәттәрен нығыта һәм тауар әйләнешен йылдан-йыл арттыра бара. Шуның һөҙөмтәһендә Рәсәй иҡтисадын торғонлоҡтан һаҡлап ҡалғандар.
Владимир Путин саммит сиктәрендә Һиндостан премьер-министры Нарендра Моди менән осрашты, хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәрен барланы, Хөкүмәт башлығын Рәсәйгә Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләргә саҡырҙы. Моди әфәнде саҡырыуҙы ихлас ҡабул итте.
Ҡытай менән Рәсәй мөнәсәбәттәре тотороҡло үҫешә, берлектәге проекттар тәүге һөҙөмтәләрен бирә, оҙаҡламай “Себер көсө” газ үткәргесе эшләй башлаясаҡ. Владимир Путин һәм Си Цзиньпин осрашыу ваҡытында киләсәккә яңы бурыстар билдәләне.
Бөгөн Владимир Путин Бразилия президенты Жаир Болсонару менән эшлекле осрашыу үткәрәсәк.
#ВладимирПутин
Читайте нас: