Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
14 Ноябрь 2019, 11:05

Путин коррупцияға ҡаршы көрәштә ҡәтғи саралар күрергә саҡырҙы

Рәсәй Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре коррупция һәм башҡа енәйәтәттәр менән ҡәтғи көрәшергә, терроризмға, экстремизмға һәм Рәсәй йәмғиәтен тарҡатырға маташыуға ҡаршы ҡырҡа ҡаршы торорға тейеш, тип белдерҙе йәкшәмде көн РФ Президенты Владимир Путин Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан байрам концертында.

"Бөгөн эске эштәр органдары, һәр хеҙмәткәр иң юғары талаптарға яуап бирергә, һөҙөмтәле, системалы эш алып барырға тейеш. Һеҙҙең бурыс - терроризмға, экстремизмға, беҙҙең күп милләтле һәм күп конфессиялы йәмғитәтте тарҡатырға маташыуға ҡаршы ҡырҡа ҡаршы тороу. Бында даими профилактика эше, гражданлыҡ йәмғиәте, Рәсәйҙең традицион диндәре вәкилдәре менән тура диалог мөһим", - тине дәүләт башлығы.
Ул шулай уҡ йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа, юлдарҙағы хәүефһеҙлекте тәьмин итеүҙә полиция хеҙмәткәрҙәренең һәм Эске эштәр министрлығының башҡа бүлексәләренең сабырлығын һәм яуаплылығын билдәләп үтте.
#ВладимирПутин
Читайте нас: