Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
13 Ноябрь 2019, 11:15

Ҡыш етә башлаһа газ мәсьәләһе киҫкенләшә

Ошо көндәрҙә Германия канцлеры Ангела Меркель Рәсәй Президенты Владимир Путинға телефон аша шылтыратты. Һөйләшеүҙәр ваҡытында Украина, Ливия, Сүриә мәсьәләләре ҡаралды. Ошо мәсьәләләргә ҡарата ике яҡтың да ҡараштары асыҡланды.

Шулай ҙа төп мәсьәлә булып Европаға Украина аша Рәсәй газын ташыу проблемаһы тора. Былтырғы ҡыш йылы булды, шуға күрә әллә ни ауырлыҡтар тойолманы. Белгестәр әйтеүенсә, киләһе ҡыш элеккеһенә ҡарағанда ҡатыраҡ булмаҡсы, тимәк, газ күберәк һәм өҙлөкһөҙ кәрәк буласаҡ. Әйткәндәй, күптән мәғлүм булыуынса, ҡыш яҡынлашыу менән Европа илдәре Рәсәйгә мөнәсәбәтен үҙгәртә, урынлы-урынһыҙ санкцияларҙың зыяны, иҡтисади хеҙмәтәшлек хаҡында һөйләй башлай.
Ангела Меркель ханым юҡҡа борсолмай, Украинала хәлдәр көсөргәнешле, “Нафтогаз” һис тә ыҡҡа килерлек түгел, 2020 йылға газ ташыу буйынса килешеү әле булһа төҙөлмәгән. Рәсәй яғы Украинаға ташламалар яһарға әҙер, ошо хаҡта тәҡдимдәр ҙә булды, ләкин Киев ваҡиғаларҙы үтә сәйәсиләштерә һәм килешеү төҙөүҙән баш тарта.
Бындай шарттарҙа Рәсәй менән Европа “Төньяҡ ташҡын-2” газ үткәргесен тиҙерәк төҙөүҙән башҡа сара күрмәй.
#ВладимирПутин
Читайте нас: