“Был беҙ ул мәсьәләгә еңел ҡарайбыҙ тигәнде аңлатмай”, - тине ул.
6 ноябрҙә Путин Рәсәйҙең доньяла аналогтары булмаған ҡоралы булыуын белдергәйне. Октябрҙә президент теләһә ниндәй ракетаға ҡаршы оборона системаһын үтергә һәләтле комплекстар эшләү тураһында хәбәр иткәйне.
Рәсәй лидеры һүҙҙәренә ҡарағанда, уҙған йылда хәрби сығымдар күләме 2,8 триллион һум тәшкил иткән, был ВВП күләменең яҡынса 2,8 проценты. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, АҠШтың оборона бюджеты күпкә артығыраҡ.
2017 йылдың авгусында, 2018 йылда оборонаға сығымдарҙың ҡыҫҡарасағын билдәләп, Путин бының армияны һәм флотты ҡоралландырыу буйынса пландарға ҡағылмаясағын белдергәйне.