Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
12 Ноябрь 2019, 11:25

«Википедия»ны ышаныслыраҡ мәғлүмәт сығанағына алмаштырырға тәҡдим итте ил етәкселеге

Президент Владимир Путин Ҙур Рәсәй энциклопедияһының электрон версияһының, «Википедия»нан айырмалы рәүештә, ышаныслы мәғлүмәт сығанағы булып хеҙмәт итә алырына ышана. Шишәмбе Рус теле буйынса совет ултырышында ул шундай фекер белдерҙе, тип хәбәр итә ТАСС.

«Википедия»ға килгәндә... уны электрон төрҙәге яңы Ҙур Рәсәй энциклопедияһы менән алмаштырыу яҡшыраҡ. Әйткәндәй, был һәйбәт, заманса формалағы ышаныслы мәғлүмәт булыр ине», — тине Путин, уҡыусылар йыш ҡына тикшерелмәгән мәғлүмәт сығанаҡтарынан, шул иҫәптән «Википедия»нан файҙалана тигән фекергә аңлатма биреп.
Ул шулай уҡ мәктәптәр өсөн тәғәйенләнгән һүҙлектәр исемлеген төҙөү һәм экспертиза үткәреү идеяһын хупланы.
Ҙур Рәсәй энциклопедияһының ҡағыҙ томдары 2004-2017 йылдарҙа донъя күрҙе. Бынан тыш, әлеге ваҡытта шундай уҡ исемле нәшриәт ошоға оҡшаш дөйөм милли интерактив энциклопедия порталын булдырыу буйынса эш алып бара.
Фото: kremlin.ru /Рәсәй президентының матбуғат хеҙмәте
Читайте нас: