Вилена Исламоваға бер нисә йыл элек лейкоз диагнозы ҡуйғандар, биш йылдан һуң табиптар уға ярҙам итә алмаясаҡтарын белдергән. Һуңғы көндәрен ҡыҙ өйөндә үткәрергә ҡарар иткән. Һуңғы теләге – илдең икенсе төбәгендә хеҙмәт итеүсе ағаһын күреү булған.
Виленаның атаһы президенттың ҡыҙыу линияһына шылтыратҡан. Шунан һуң ҡыҙҙың ағаһын өйөнә ҡайтарғандар, ул алты көндө туғаны менән үткәргән. Ҡыҙ вафат булғанда ағаһы Силәбе өлкәһенән кире хеҙмәткә киткән булған инде. Уны шулай уҡ ерләүгә лә ҡайтарырға тейештәр.
#ВладимирПутин