Монументты Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Георгий Франгулян етәкселегендәге авторҙар коллективы яһаған. Сит ил эштәре министрлығы иһә скульптураны эшләү башланғысын тәҡдим иткән. Мәғлүм булыуынса, Евгений Примаков 1996 – 1998 йылдарҙа ошо министрлыҡҡа етәкселек иткән.
Владимир Путин билдәләүенсә, Примаков һәр саҡ Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен яҡланы, үҙ иленә тоғро хеҙмәт итте, Рәсәйҙә лә, унан ситтә лә ҙур абруй ҡаҙанды.