“Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенә “Балалы ғаиләләргә дәүләт ярҙамының өҫтәмә саралары тураһында”ғы Федераль закон менән ҡаралған әсәлек капиталы аҡсаһын йәки уның бер өлөшөн торлаҡҡа газ үткәреүгә файҙаланыу мөмкинлеге тураһындағы мәсьәләне ҡарарға”, – тиелә документта.
Бынан тыш, капитал аҡсаһын торлаҡты үҙәкләштерелгән һыу тәьминәте, һыу бүлеү системаларына тоташтырыуға йәки һыу менән тәьмин итеүҙең автономиялы системаларын үткәреүгә тотонорға тәҡдим ителә.