Ултырыштың төп темаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә төбәктәргә ҡуйылған бурыс ине.
Владимир Путин белдереүенсә, һуңғы йылдарҙа һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә бик күп эшләнде. Яҡшыға үҙгәрештең сағыу миҫалы булып уртаса ғүмер оҙонлоғо артыуы тора. 2014 йылда был күрһәткес 70,9 йыл тәшкил итһә, быйыл 73,6 йәшкә еткән.
Шул уҡ ваҡытта рәсәйҙәрҙең 60 проценты медицина сифатын юғары баһаламай. Тәү сиратта һүҙ беренсел звено тураһында бара.
“Һеҙ беләһегеҙ, августан башлап беҙ был темаға бик күп ултырыш үткәрҙек, кешеләр өсөн бик мөһим булған проблемаларҙы тикшерҙек. Иң мөһиме, беренсел звено учреждениеларының етмәүе: ФАП-тар, табип амбулаториялары, поликлиникалар, район дауаханалары. Билдәле булыуынса, күп биналар уҙған быуат уртаһында төҙөлгән, оҙаҡ йылдар ремонтланмаған. Диагностика ҡорамалдары үтә ябай, бөтә ерҙә лә тиерлек кадрҙар дефициты күҙәтелә”, – тине Владимир Путин.
Ил Президенты ҡушыуы буйынса бөгөндән беренсел звеноны модернизациялау принциптары раҫланған. Улар нигеҙендә ил субъекттары 2020 йылдың 10 ғинуарына тиклем үҙҙәренең төбәк программаларын эшләргә һәм 1 июлгә тиклем уларҙы ҡабул итергә тейеш.
“Хөрмәтле коллегалар, һеҙ үҙ төбәгегеҙҙәге хәлдәрҙе белеп тораһығыҙ. Беренсел звено – ул тәү сиратта төбәк властары яуаплылығы, һәм һеҙҙә бында йыйылған проблемаларҙы хәл итеү буйынса үҙ ҡарашығыҙ бар”, – тине Владимир Путин.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, киңәйтелгән ултырыш алдынан өс көнлөк семинар-кәңәшмә үтте, унда төбәк башлыҡтары төркөмдәрҙә эшләне. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров беренсел медик-санитар ярҙам күрһәтеү мәсьәләләре төркөмөндә ҡатнашты. Семинар ваҡытында әҙерләнгән тәҡдимдәр Дәүләт советының президиумы ултырышында ҡаралды.
“Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә проблемалар күп, тик беҙ тап беренсел медицина мәсьәләләрен ҡараныҡ, – тине Радий Хәбиров ултырыштан һуң. – Беренсеһе – медицина кадрҙары етешмәүе. Был йәһәттән күп тәҡдимдәр әйтелде. Икенсеһе – беренсел звеноның матди базаһын үҫтереү, яңы поликлиникалар төҙөү һәм булғандарын ремонтлау. Беҙ ауыл медицинаһын көсәйтеү буйынса тәҡдимдәр менән сыҡтыҡ, был минең өсөн бик мөһим. Башҡортостанда ауылда йәшәгән халыҡ күп, шуға күрә был тема беҙҙең өсөн кәрәк”.
Радий Фәрит улы белдереүенсә, улар күп мәсьәлә өҫтөндә эшләй һәм тәҡдимгә индерә. Уларҙы Рәсәй Президенты ҡуйған бурыстар иҫәбенә индереү мөһим. Унан һуң төбәктәрҙә тейешле эш башланасаҡ.
“Алдан әйтеүемсә, ауыл медицинаһын үҫтереү һәм уға ярҙам итеү минең өсөн бик мөһим. Медицина ҡорамалдарын һәм дарыуҙарҙы һатып алыуҙы ойоштороу буйынса бик ҡыҙыҡлы фекер алышыу булды. Сөнки был коррупциялы һәм көйләүе ауыр булған процестар. Төбәк башлыҡтары менән тәжрибә уртаҡлаштыҡ. Беҙ ҙә дәүләт һатып алыуын ойоштороуҙа үҙәкләштереү һәм стандартлаштырыу индерәсәкбеҙ. Һанлаштырыуға бәйле мәсьәләләр ҙә бик ҡыҙыҡлы булды. Кешеләрҙе ҡағыҙ белешмәләрҙән ҡотолдорорға кәрәк, был тәҡдим менән Рәсәй Президенты Владимир Путин да риза. Бөтәһен дә “һанлы”ға күсерергә кәрәк, был уңайлы булырға тейеш, кешеләр аҙна буйына бер ҡағыҙ артынан йүгереп йөрөргә тейеш түгел. Был комплекслы, ҙур һәм етди эш”, – тине Радий Хәбиров.
https://bash.rbsmi.ru/articles/sotsial-m-s-l/Auil-meditsina-i-be-e--s-n-bik-m-im-4417/