Сәйәсәт
4 Ноябрь 2019, 15:09

Владимир Путин Радий Хәбировты ҡотланы

Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменә Халыҡтар берҙәмлеге көнө айҡанлы ҡотлау ебәргән. Унда ошолай тип әйтелә:

"Хөрмәтле Радий Фәрит улы!


Һеҙҙе Халыҡтар берҙәмлеге көнө менән ҡотлайым. Ил яҙмышындағы һынылышлы, героик ваҡиғалар тураһында иҫтәлек булараҡ барлыҡҡа килгән был байрам мөһим әхлаҡи, тарихи, илһөйәрлек миссияһын атҡара - ваҡыттар һәм быуындар бәйләнешен, Ватанға хеҙмәт итеү йолаһының дауам ителеүен һындандыра, уның киләсәге өсөн яуаплылыҡты тергеҙә. Был тотороҡло ҡиммәттәр быуаттар дауамында халҡыбыҙҙы берләштерә, һынау йылдарында бирешмәҫкә булышлыҡ итә, илһам һәм ижад итеү, төҙөү өсөн икһеҙ-сикһеҙ сығанаҡ булып хеҙмәт итә. Һеҙгә уңыштар, сәләмәтлек һәм барлыҡ изге теләктәр теләйем".
Читайте нас