- Әгәр һауа торошо һәйбәт торһа, бер нисә көндән эштәрҙе тамамларбыҙ, - ти комбайнсылар. Беҙ улар менән ял иткән ваҡыттарында һөйләшә алдыҡ. - Үкенескә күрә, быйыл йәй тотороҡло булманы - йыш яуған ямғырҙар тулы көскә эшләргә мөмкинлек бирмәне. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ үҙгәреүсән һауа торошо яйына торорға өйрәндек.
«Центральная» МТСы барлығы ошо ҡиммәтле майлы культураны 1150 гектар сәскән. Шуларҙың 200 гектарын - Санай гибриды биләй, ҡалғаны - популяр булып өлгөргән Пионер гибриды, ул йылдан-йыл һәйбәт уңыш бирә.
Күреүебеҙсә, көнбағыш майҙаны бәләкәй түгел, шулай уҡ предприятие техникаһы ла ҡеүәтле. Урып-йыйыу эштәренә дүрт Нью Холланд комбайны йәлеп ителгән. Иң яуаплы мәлдә - ураҡ осоронда ватылмаһын өсөн механизаторҙар техниканың һәр береһен һәйбәт итеп әҙерләгән.
Бында егәрле һәм яуаплы егеттәр эшләй. Ауыл хужалығында Динар Сәйфетдинов иң ҙур тәжрибәгә эйә - ул МТСта 2006 йылдан эшләй. Азат Хафизов икенсе йыл рәттән тырышып эшләй, элек ул Когалым ҡалаһының юл хеҙмәтендә эшләгән. Әммә тыуған яҡтар үҙенә тартҡан, һәм бер нисә йыл элек ул Стәрлебашҡа ҡайтҡан. Степан Иванов көн һайын Тәтербаш ауылынан йөрөп эшләй, ул да бер нисә йыл стажға эйә, техниканы һәйбәт белә. Ильвер Йәғәфәровтың белгеслеге ауыл хужалығына бәйле, 2014 йылда Наумовка техникумын тамамлап, дипломлы агроном була. Практиканы «Заря» йәмғиәтендә, ә стажировканы «Урожай» йәмғиәтендә үтә, әммә хеҙмәт биографияһын киләсәктә комбайнсы һөнәренә бәйләй, сөнки эш хаҡы һәйбәт түләнә.
Ҡыҙыу эш осоронда ҡатнашыусылар менән танышып, аралашҡан ваҡытта тағылмалы КамАЗ машинаһы килеп туҡтаны. Руль артында - Рим Ғәлиев, әлеге предприятиела ул күптән түгел генә эшләй, әммә водитель бай тәжрибәле - ул үҙ эшенең оҫтаһы. Комбайн бункерҙары бушатылғас, «баҫыу ҡараптары» эштәрен дауам итә, ә «ҡара алтын» менән тултырылған автомашина баҫыуҙан Шишмә элеваторы филиалының Стәрлебаш бүлексәһенә юл тота, көнбағышты унда таҙарталар һәм киптерәләр.
«Центральная» МТСының ерҙәре беҙҙең районда ғына түгел, ә күрше райондарҙа ла бар, шуға күрә комбайнсыларға урып-йыйыу ваҡытында командировкаларға барырға тура килә. Әммә был уларҙың эшенә бер ниндәй ҙә йоғонто яһамай - улар ҡайҙа ғына эшләмәһен, һәр саҡ ышанып тапшырылған эште еренә еткереп һәм намыҫлы бара. Ә ҡышын, көнбағышты урып-йыйыуҙы тамамлағас, бер аҙ ял итәсәктәр, һуңынан улар техниканы ремонтлауға тотонасаҡ. Ә әлегә баҫыуҙа эштәр ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.