Яҡтар Сүриә Республикаһындағы хәлдәр, атап әйткәндә, илдең төньяҡ-көнсығышындағы хәлде тотороҡландырыу, халыҡ-ара террорсылыҡ төркөмдәренә ҡаршы тороу мәсьәләләре тураһында һөйләште.
Бынан тыш, ил башлыҡтары Сүриәләге хәлдәргә бәйле Вашингтон менән Анкара эшләгән белдереүҙәр тураһында фекер алышты.
Рәсәй-Төркиә һөйләшеүҙәре ике ил делегацияһы ҡатнашлығында ла үтте. Бер нисә сәғәткә һуҙылған халыҡ-ара консультациялар йомғаҡтары буйынса президенттар Рәсәй һәм Төркиә араһында үҙ ара килешеү тураһында меморандум ҡабул итте.