Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Октябрь 2019, 11:10

Сит илдәр халҡының да һаулығын ҡайғыртып

Рәсәй Африкаға һаулыҡ һаҡлау тармағын үҫтереүҙә, медицина ярҙамын алыуҙа булышлыҡ итәсәк, тип белдерҙе РФ Президенты Владимир Путин "Рәсәй-Африка" саммитында һәм иҡтисади форумында.

"Рәсәй артабан да Африка илдәренә милли һаулыҡ һаҡлау системаһын үҫтереүгә, бөтә халыҡты квалификациялы медицина ярҙамы менән тәьмин итеүгә, Африканың эпидемия менән көрәш буйынса потенциалын нығытыуға булышлыҡ итәсәк", - тине Путин форум барышында. Бындай эш ике яҡ өсөн дә отошло, тип һыҙыҡ өҫтөнә алынды.

"Рәсәй-Африка" саммиты һәм иҡтисади форумы 23-24 октябрҙә Сочиҙа уҙҙы. Саммитта континенттың 54 дәүләтенән етәкселәр ҡатнашты.

#ВладимирПутин
Читайте нас: