Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
26 Октябрь 2019, 11:12

Путин Кения Президенты менән осрашты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Кения Президенты Ухуру Кениаттой менән осрашты. Унда үҙ-ара эшлекле мөнәсәбәт булдырыу тураһында һүҙ барҙы.

— Сауҙа-иҡтисади өлкәһендә бәйләнештәрҙе үҫтереү һәм тауарҙар әйләнешен тағы ла арттырыу урынлы булыр ине. Ике арала бер нисә бизнес-форум уҙҙы ла инде. Был сараларҙы тағы ла йәнләндереү кәрәк, — тине Владимир Путин.

Кения Президенты, был башланғыстарҙың Рәсәй менән Кения араһын яҡынайтыуҙан тыш, Рәсәй менән Африка араһындағы бәйләнештәрҙе тағы ла нығытасағын белдерҙе. Һәм был осрашыуҙың яңы башланғыстарға нигеҙ һаласағына ышанысын әйтте.
Читайте нас: