Башҡортостанда талантлы йәштәр өсөн музыкаль, театр һәм хореография сәнғәте өлкәһендә "Мәҙәниәт" проекты буйынса грант ғәмәлгә ҡуйылған. Йыл һайын уға 50 миллион һум аҡса бүлеп биреләсәк, тип хәбәр иттеләр республика Мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтеннән.
"Музыка, театр һәм хореография сәнғәте өлкәһендә талантлы йәштәргә ярҙам итеү өсөн төбәк Башлығы гранты ғәмәлгә ҡуйылды. Грант йыл һайын бирелә", - тиелә хәбәрҙә.
Грант кадрҙар әҙерләүгә, иҗади йәштәргә, ижтимағи ойошшмаларға, ирекле хәрәкәттәргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән һәм "Мәҙәниәт" милли проектының "Иҗади кешеләр" проектын тормошҡа ашырыу маҡсатынан ғәмәлгә ҡуйылды, тип өҫтәнеләр матбуғат хеҙмәтендә.