Стэрлебаш шишмэлере
0 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Сәйәсәт
18 Октября 2019, 07:17
Улар Америкаға бармай торасаҡ
Депутат Инга Юмашеванан Нью-Йорк аэропортында һорау алғандан һуң, Рәсәй Дәүләт Думаһы вәкилдәре АҠШ-ҡа барыуҙы туҡтатып торорға ҡарар иткән.
Был хаҡта Дүләт Думаһы рәйесе Вячеслав Володиндың кәңәшсеһе Анастасия Кашеварова үҙенең "Telegram-канал”ында хәбәр итә.
“Дәүләт Думаһы депутатынан һайлаусылар һәм Рәсәйҙең көс структуралары ғына һорау алырға хоҡуҡлы”, – тип яҙа ул.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Инга Юмашеванан 6 октябрҙә ФБР һорау алғаны, бының сәбәбе һәм деталдәре асыҡланмай. АҠШ-ҡа депутат «Диалог Форт-Росс» форумында ҡатнашыу өсөн барған.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/ular-amerika-a-barmay-torasa/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"