Сәфәр барышында ул королгә камчатка шоңҡарын бүләк итте. “Шоңҡар – бик аҡыллы ҡош. Камчаткала уны үрсетеү үҙәген ойошторабыҙ”, – тине Владимир Путин, бүләкте монархҡа тапшырып. Король Рәсәй Президентына ихлас рәхмәт әйтте һәм яуап итеп уға картина тапшырҙы.
Биология фәндәре докторы, орнитолог Евгений Лобков әйтеүенсә, бындай шоңҡарҙар ыласындар ғаиләһендә элитаны тәшкил итә. Ыласындар менән һунар итеүҙә ҡоштарҙың төрлөләре файҙаланыла: балабан да, сапсан да, әммә шоңҡар тап үҙенеү элиталы үҙенсәлектәре менән айырылып тора. Уның табышын күҙләүе, эҙәрлекләүе үҙе бер тамашаны хәтерләтә.