Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, муниципалитеттарҙа хакимиәт башлыҡтарының эшҡыуарлыҡ буйынса урынбаҫарҙарын билдәләргә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эшҡыуарҙар менән асыҡтан-асыҡ һөйләшкән саҡта тәҡдим иткәйне. Төбәк етәксеһе республикала йүнселдәр өсөн уңайлы мөхит булдырыу бурысын ҡуйҙы. Уны үтәүҙең бер юлы 1 ноябргә тиклем һәр муниципалитетта бизнес-шерифтар булдырыу ине.
Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин белдереүенсә, иң мөһиме – республикала һәм урындарҙа дөрөҫ инвестиция климаты булдырыу.
“Радий Хәбировтың сентябрь указдары беҙҙең алға бик ҙур бурыстар ҡуя. 2024 йылға тиклем ҙур алға китеш яһарға кәрәк. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡта мәшғүлдәр һанын ике тапҡырға һәм ике тапҡырға тиерлек бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарын арттырырға кәрәк. Был беҙҙең дөйөм эш”, – тине ул.
Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров фекеренсә, уңышлы эшҡыуарлыҡ алып барыу өсөн өс шарттың булыуы фарыз: файҙа, хәүефһеҙлек һәм уңайлылыҡ.
“Ҡайҙа һәм нисек эшләп файҙа алырға икәнлеген эшҡыуар үҙе хәл итә, – тине ул. – Ә бына уны хәүефһеҙ алып барыуҙы, уңайлы шарттар булдырыуҙы дәүләт һәм муниципалитеттар хәл итергә тейеш. Шул иҫәптән бизнес-шерифтар ҙа”.
Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова бизнес-шерифтарҙы булдырыу эшенең нисек ойошторолоуы тураһында һөйләне. Күп район һәм ҡалаларҙа был вазифаға эшҡыуарҙар араһында ышаныс, абруй менән файҙаланған яңы кешеләр килгән.
Артабан кәңәшмәлә бизнес-шерифтар үҙҙәре сығыш яһаны. Улар район-ҡала эшҡыуарҙарын борсоған барлыҡ проблемалар тураһында һөйләне. Үҙҙәренең эшмәкәрлектәрен нисек күҙаллауҙары тураһында әйттеләр һәм тәүге һөҙөмтәләр менән уртаҡлаштылар.
“Хөкүмәт Аппаратында бизнес-шерифтар менән көндәлек эш өсөн бүлек булдырыласаҡ, – тине Андрей Назаров. – Беҙҙең дөйөм маҡсатыбыҙ – Башҡортостанды Рәсәйҙә инвестиция сәйәсәте һәм эшҡыуарлыҡ мөхите буйынса алдынғы төбәк итергә. Бөтәһе лә беҙҙә хеҙмәт ойоштороу уңайлы, хәүефһеҙ булыуын әллә ҡайҙан белеп торорға тейеш. Был мәсьәләне хәл итеү күп осраҡта бизнес-шерифтан да торасаҡ”.