Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
15 Октябрь 2019, 11:25

Владимир Путин – спорт форумында

10 октябрҙә Түбәнге Новгородта “Рәсәй – спорт державаһы” VIII халыҡ-ара спорт форумына ярашлы “Спортты донъяуи берләшмә менән интеграцияла үҫтереү” тигән темаға пленар ултырыш үтте.

Унда ил Президенты Владимир Путин сығыш яһаны. Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.


Дәүләт етәксеһе үҙ сығышында форумдың ун йыл дауамында көнүҙәклеген юғалтмауын, фекер алышыу майҙансыҡтарының асыҡлығы, иркен мәғлүмәт алышыу мөмкинлеге менән һаман да ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була барыуын билдәләне.


“Спорт күптән йәмғиәт тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнде, – тине Владимир Путин. – Рәсәй үҙендә БДБ илдәре уйындарын үткәреү тәҡдиме менән сыҡты – тәүге Уйындар киләһе йыл августа Ҡазанда уҙа. БРИКС-тың спорт уйындары иһә шулай уҡ 202 йылда Силәбе ҡалаһында үтәсәк”.


Ил Президенты Рәсәйҙең спортты үҫтереү йәһәтенән һәр эшкә, хеҙмәттәшлеккә әҙер булыуын белдерҙе.


“Һәр кешенең тормош сифаты, һаулыҡ торошо, хеҙмәткә физик әҙерлеге тотош йәмғиәттең социаль-иҡтисади үҫешенә, именлегенә йоғонто яһай, – тине ул. – Беҙҙең планда 2024 йылға Рәсәй граждандарының яртыһынан күбеһен спорт менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү. Бының өсөн күп көс һалынасаҡ: ҙур һәм бәләкәй спорт объекттары төҙөү, мәғариф учреждениеларын, майҙансыҡтарҙы, спорт залдарын тейешле кимәлдә йыһазландырыу һ.б. Ошо йәһәттән төбәктәргә, муниципалитеттарға айырыуса ҙур иғтибар бүленәсәк”.


Пленар ултырыштан һуң дәүләт етәкселәре “Заманса спорт. Инновациялар һәм мөмкинлектәр” тип аталған күргәҙмәне ҡараны. Экспоненттар иҫәбендә Башҡортостан да бар. Республиканың стендында ҡунаҡтарға һәм форумда ҡатнашыусыларға төбәгебеҙҙәге спорт инфраструктураһы үҫеше буйынса ҡаҙаныштар, ҙур ярыштар үткәреү тураһында мәғлүмәт бирелде.



Читайте нас: