Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Октябрь 2019, 11:49

Йәштәр тыуған төйәгенә ҡайтһын өсөн

"Газпром трансгаз Өфө" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте етәкселеге Петербург халыҡ-ара газ форумының конгресс программаһында ҡатнаша.

Ойошманың генераль директоры Шамил Шәрипов "Газпром"дың көҙгө-ҡышҡы эксплуатация миҙгелен үтеүгә әҙерлек мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә булды. Ултырыш Петербург халыҡ-ара газ форумы сиктәрендә "Газпром"дың идаралыҡ рәйесе урынбаҫары, компанияның директорҙар Советы ағзаһы Виталий Маркелов етәкселегендә үтте.


Сарала ҙур иғтибар тармаҡ компанияларының кадрҙар һәм социаль сәйәсәтенә бүленде. Унда ҡатнашыусылар хеҙмәткәрҙәр һаулығын һаҡлау өсөн шарттар булдырыу, хеҙмәт баҙары тенденциялары, эшсенең хеҙмәт һәм шәхси мөмкинлектәрен үҫтереү, корпоратив мәҙәниәтте яңыртыу темалары буйынса фекер алышты.


“Предприятиеның юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлеге заман талаптарына ярашлы төҙөлә, – тине үҙенең сығышында "Газпром трансгаз Өфө" ойошмаһы генераль директоры урынбаҫары Дмитрий Пономарев. – Беҙ үҙебеҙ өсөн өҫтөнлөклө бурыстар билдәләнек: белем биреү сифатын күтәреү, юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү һәм төбәктә йәш белгестәрҙе ҡалдырыу.


Был хеҙмәттәшлектең нигеҙе булып ӨДНТУ һәм ӨДАТУ-ла база кафедралары тора. Бынан тыш, "Газпром трансгаз Өфө" нигеҙендә уҡыу йорттары янында фәнни-техник база булдырылған, ул интеллектуаль хеҙмәттәшлек өсөн майҙансыҡ булып тора.

Предприятие белгестәре студенттар менән хеҙмәттәшлек итә, уларҙың ғилми эштәрендә ҡатнаша. Был ике яҡ өсөн дә файҙалы. Һөҙөмтәлә студенттарҙың әҙерлек кимәле күтәрелә, предприятие тотороҡло үҫешә, ә йәш белгестәр аҙаҡ хеҙмәт итер һәм йәшәр өсөн тыуған төбәген һайлай.


Ултырышта "Транснефть", "Газпром экспорт", "Газпром корпоратив институт" һәм башҡа ойошмалар вәкилдәре сығыш яһаны.
Читайте нас: