Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Октябрь 2019, 11:33

Барыһы ла үҫеш өсөн

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров менән республикаға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҫтереү буйынса стратегик сессияла ҡатнашырға тип килгән Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Владимир Якушев ҡала биләмәләренең төҙөкләндерелеүе һәм үҫеше, шулай уҡ тармаҡ предприятиелары эшмәкәрлеге менән танышты.

Төрлө төҙөлөш материалдары етештергән “Автопласт” күп профилле холдингы үҙенең эсенә бер нисә компанияны алған. Улар араһында “Башеврокуб” модулле конструкциялар заводы бар. Бында төҙөлөштә, йөк автомобилдәре, пассажирҙар транспортында киң ҡулланылған сэндвич-панелдәр һәм сэндвич-конструкциялар етештерәләр. Завод шул иҫәптән ҡала һәм ҡала яны транспорты өсөн ултырғыстар, автобустар, электробустар һәм троллейбустар өсөн авария-вентиляция люктары эшләй. Предприятие “НефАЗ”дың рәсми дилеры булып тора, республиканың һәм илдең эре сәнәғәт предприятиелары менән бер кооперацияла эшләй.


Быйыл холдинг ҡулланыуға яңы производство корпусы индерҙе, унда “Интеркуб” изометрия конструкциялары заводы урынлашҡан. Завод – “Нефтекама” социаль-иҡтисади үҫеш яғынан алдан барыусы биләмә резиденты. Проектҡа индерелгән дөйөм инвестициялар күләме 53 миллион һум тәшкил итә, 62 яңы эш урыны булдырыу күҙаллана. Бында сэндвич-панелдәр һәм тиҙ күтәрелгән бина һәм ҡорамалдар төҙөү өсөн махсус конструкциялар етештереләсәк. Улар иҫәбендә – модулле фельдшер-акушерлыҡ пункттары, спорт комплекстары.


Радий Хәбиров предприятие етәкселеген яҡын арала үтәсәк “Инвестиция сәғәт” ултырышына саҡырҙы. Унда Һаулыҡ һаҡлау, Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары вәкилдәре менән был инвестиция проектын артабан үҫтереү юлдары ҡараласаҡ.
Читайте нас: