Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
2 Октябрь 2019, 11:10

Путин әлегә Судан башлығы менән осрашмаясаҡ

Судандың “Ат-таяр” гәзите Суверен совет етәксеһе 24 октябрҙә Рәсәйгә сәфәр ҡылырға планлаштыра тип яҙып сыҡҡан булған. Әммә был белдереүгә ҡарата Кремль үҙенең белдереүен яһаны.

Рәсәй президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков, РФ президенты Владимир Путиндың эш графигында Судан суверен дәүләт башлығы Әбдел Фәттәх әл Борхан менән осрашыу тураһында әлегә бер нимә билдәләнмәгән, тип белдерҙе. “Юҡ. Әлегә графикта юҡ”,—тип хәбәрҙе кире ҡаҡты Песков.
#Владимирпутин
Читайте нас: