Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Сентябрь 2019, 13:00

Радий Хәбиров: Башҡортостан хөкүмәте структураһында ҡайһы бер үҙгәрештәр буласаҡ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров төбәктең идара командаһында ҙур үҙгәрештәр булмаясағын, уның инде булдырылғанлығын әйтте. Был турала төбәк етәксеһе хәбәрселәргә вазифаһына инеү тантанаһынан һуң белдерҙе.

“Кешеләргә вәғәҙә иткәндәремде үтәргә кәрәклеген аңлайым. Минең сәйәсәтем шул уҡ ҡаласаҡ, күберәк көсөбөҙ булһа, күберәк эшләйәсәкбеҙ. Хөкүмәттең структураһына ҡайһы бер үҙгәрештәр индереләсәк, сөнки ул “сентябрь” указында билдәләнгән мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән булырға тейеш”, - тине “Башинформ” агентлығы һорауҙарына яуап биргәндә Радий Хәбиров.

Беҙҙең төп маҡсат – Рәсәй Президентының майҙағы указдарында ҡуйылған мәсьәләләрҙе тормошҡа ашырыу. “Сентябрь” указында билдәләнгән маҡсаттар республикабыҙға йүнәлтелгән, бөтә муниципалитеттар буйынса яҙылған, тине Башҡортостан Башлығы.

“Был идара командабыҙ өсөн саҡырыу, беҙ үҙебеҙ өсөн ҡатмарлы мәсьәләләр ҡуйҙыҡ. Был бик юғары планка, Башҡортостан халҡы үҙгәрештәрҙе тойорға тейеш. Указдың маҡсаты күберәк аҡса эшләүгә, кешеләрҙең тормошон яҡшыртыуға ҡайтып ҡала. Беҙ үҫеш иҡтисады тураһында һүҙ йөрөтәбеҙ, ул киләсәк быуын өсөн дә уңайлы тормош нигеҙҙәрен һалырға мөмкинлек бирәсәк. Әгәр ҙә алдынғы позицияларҙа булырға теләйбеҙ икән, иҡтисад менән етди шөғөлләнергә тейешбеҙ”, - тине Радий Хәбиров.

"БАШИНФОРМ"
Читайте нас: