Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
20 Сентябрь 2019, 11:45

Депутаттарҙың яңы составы билдәләнде, ауыл биләмәләре башлыҡтары тәғәйенләнде

Был аҙнала ауыл биләмәләрендә 28-се саҡырылыш Советы депутаттарының тәүге ултырышы булды, уның барышында киләһе дүрт йылда кемдәр теге йәки был ауыл биләмәһенә етәкселек итәсәге билдәләнде.

Шулай итеп, шишәмбе көндө Стәрлебаш ауыл Советы ауыл биләмәһендә ун кешенән торған депутатлыҡ корпусының яңы составы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы итеп быға тиклем дә ошо вазифала булған, 10 һанлы һайлау округынан депутат Э.А.Денисовты һайланы. Эдуард Анатольевич уүҙенә күрһәтелгән ышаныс өсөн депутаттарға рәхмәт белдерҙе һәм уны аҡлар өсөн бар көсөн һаласағын әйтте.

Ултырыш барышында шулай уҡ ауыл биләмәһе Советы рәйесе урынбаҫары һайланды, бюджет, һалым, муниципаль милек мәсьәләләре, социаль-гуманитар, хоҡуҡ тәртибен һаҡлау, Совет регламентын, ауыл биләмәһе депутаты статусын, этикаһын үтәү, эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ер мәсьәләләре, төҙөкләндереү һәм экология буйынса даими комиссиялар төҙөлдө.

Шундай уҡ ултырыштар райондың барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә үтте. Уларҙың бишеһендә яңы башлыҡтар һайланды. Йәшергән ауыл биләмәһендә Йәүҙәт Фәтҡуллин, Айҙарәле ауыл биләмәһендә Хәбир Фәтҡуллин, Хәлекәй ауыл биләмәһендә Филүс Баһауетдинов, Иҫке Ҡалҡаш ауыл биләмәһендә Айрат Ҡотлошин һәм Ҡуғанаҡбаш ауыл биләмәһендә Хантимер Ғәлиев башлыҡ итеп һайланды.

Фаягөл ЙОСОПОВА.
Читайте нас: