Инаугурация тантанаһы өсөн залға Башҡортостан флагы менән Башҡортостан Конституцияһының махсус данаһы индерелде. Унан алда республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко 8 сентябрҙә республикала үткән һайлау һөҙөмтәһе менән таныштырҙы.
- Быйыл тауыш биреү хоҡуғы булған республика халҡының 71,8 проценты һайлауға килде. Уларҙың 82,02 проценты Радий Хәбиров өсөн тауыш бирҙе, - тине ул. - Мин бөгөн Радий Хәбировты еңеүе менән ҡотлайым һәм Башҡортостан Башлығы таныҡлығын тапшырам.
Радий Хәбиров ант итеп, ҡул ҡуйғандан һуң Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт гимндары уйнаны. Иң тәүгеләрҙән булып яңы Башлыҡты Игорь Комаров тәбрикләне.