Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Сентябрь 2019, 09:00

Владимир Путин мөһим һөйләшеү үткәрҙе

12 сентябрҙә Сочи ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин мөһим һөйләшеү үткәрҙе. Ил етәксеһе Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху менән осрашты. Был турала Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.

Нетаньяху Сочиға бер көнгә килгән. Ул Владимир Путин менән Сүриә буйынса “хәрбиҙәр араһындағы координацияны дауам итеү” мәсьәләһен тикшерҙе. Израилдең Рәсәйҙәге илсеһе Гарри Корен әйтеүенсә, Владимир Путин менән Биньямин Нетаньяху Именлек Советы юҫығында өс яҡлы Рәсәй, АҠШ һәм Израиль осрашыуҙарын ойоштороу буйынса ла фекер алышҡандар.


#ВладимирПутин


Читайте нас: