Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
4 Сентябрь 2019, 09:00

Владимир Путин Һаҡлыҡ банкын тәнҡитләне

– Ни өсөн һеҙ былай ҙа яфаланған кешеләрҙең үтенесенә ҡолаҡ һалмайһығыҙ? – ил етәксеһенең был һүҙҙәре Рәсәй Һаҡлыҡ банкына йүнәлтелгәйне.

Был һүҙҙәрен ул кисә Иркутск өлкәһенең Тулун ҡалаһында йөрөгәндә әйткән. Һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләр банктан алған кредиттарына реструктуризация үткәреүҙе һорай икән, ә банк ҡолаҡ һалырға ашыҡмай.


Һыу баҫыуҙан бик ҙур зыян күргән Иркутск өлкәһенә ил Президенты һуңғы ике айҙа ғына өсөнсө тапҡыр килде, ул зыян күргән объекттарҙы аяҡҡа баҫтырыу эшенең нисек барыуын тикшерә.


#ВладимирПутин


Фото: news.yandex.ru.
Читайте нас: