Осрашыуҙа ҡатнашыусылар биләмәне үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерҙе. Улар иҫәбенә ауыл хужалығына һәм эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ итеү, яңы юл һалыу, муниципаль-ара транспорт бәйләнешен тергеҙеү, ағас әҙерләү һәм тәбиғи таш сығарыу өлкәһендә тәртип булдырыу, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы ситкә ташыуға бәйле хәлде яйға һалыу, эскелеккә һәм бүтән насар ғәҙәттәргә ҡаршы көрәш, мәктәптә туҡланыуҙы ойоштороу, туған телде һаҡлау һәм үҫтереү, спорт мәктәптәренә тренерҙар йәлеп итеү һәм башҡалар инде.