Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
29 Август 2019, 14:12

Израил вәкилдәре килде

Кисә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Израил дәүләтенең Рәсәйҙәге Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы вәкиле Гарри Корен менән осрашты. Яҡтар иҡтисад, гуманитар һәм социаль өлкәләрҙә хеҙмәттәшлек итеү юлдарын ҡараны.

Радий Фәрит улы белдереүенсә, Башҡортостанда быуатар буйы бик күп милләт вәкилдәре дуҫлыҡта һәм татыулыҡта көн итә. Улар араһында 19 быуаттың урталарында уҡ килеп төпләнгән йәһүдтәр ҙә бар. Бөгөн Башҡортостан йәһүдтәре ойошмаһы ҙур түгел, әммә бик әүҙем. Был Өфөнөң һәм республиканың баш раввины Дан Кричевскийҙың эше һөҙөмтәһе.


Ике төбәк араһындағы тышҡы сауҙа әйләнеше буйынса һүҙ йөрөткәндә, былтырғы күрһәткестәр буйынса ул ни бары ике миллион доллар тәшкил иткән. Радий Фәрит улы фекеренсә, был йәһәттән мөмкинлектәр күпкә ҙурыраҡ.


Хеҙмәттәшлектең иң перспективалы йүнәлештәренең береһе булып ауыл хужалығы өлкәһе тора. Мәҫәлән, быйыл Сочилағы Рәсәй инвестиция форумында Башҡортостан менән Израилдең LR Group компанияһы Кушнаренко районында 7 мең баш мал өсөн һөтсөлөк йүнәлешендәге малсылыҡ комплексы төҙөүгә килешеү төҙөгәйне. Инвестициялар күләме 10 миллиард һум тәшкил итәсәк. Гарри Корен республика етәкселегенә был проектҡа ярҙам иткәне өсөн рәхмәт әйтте һәм уңышлы тормошҡа ашырына ышаныс белдерҙе.https://bash.rbsmi.ru/articles/s-y-s-t-m-kho-u/izrail-v-kild-re-kilde-/
Читайте нас: