Көн дауамында улар баһалау сараларында ҡатнашырға, команда менән дә, үҙаллы ла эшләргә тейеш. Ярымфинал барышында ҡатнашыусыларға конкурс остаздары советы алдында үҙҙәренең проекттары менән таныштырыу мөмкинлеге ҡаралған. Проекттың презентацияһы ярымфиналда ҡатнашыу өсөн мотлаҡ шарт түгел, баһалағанда ҡатнашыусыға өҫтәмә балл бирмәй. Әммә был — үҙеңдең проектың хаҡында һөйләү, эксперт баһаһын, уны тормошҡа ашырғанда ярҙам алыу мөмкинлеге.
Ҡатнашыусының уртаса йәше — 34. Иң өлкәненә 45 йәш. Ир-егеттәр 83% тәшкил итә. Ҡатнашыусыларҙың 75% — Өфөнән. Ярымфиналсыларҙың 12% дәүләт хеҙмәтендә эшләй, 8% — ҡаҙылма байлыҡтар сығарыу һәм эшкәртеү, 12% финанс эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, 7% төҙөлөштә мәшғүл, 15% — сәнәғәтселәр. Ҡатнашыусыларҙың 5% — мәғариф һәм тәрбиә биреү, 4% — фән, 6% медицина өлкәһенән.