Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
7 Август 2019, 10:25

"Башлыҡтар сәғәте"нә кемдәр килде?

6 августа Республика йортонда Радий Хәбиров "Башлыҡтар сәғәте" тәртибендә Асҡын һәм Көйөргәҙе райондары етәкселәре менән осрашты. Унда муниципалитеттарҙың социаль-иҡтисади хәле, биләмәләрҙе үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләре, перспективалы инвестиция проекттары, инфраструктура һәм социаль объекттар төҙөү буйынса пландар тикшерелде.

Асҡын районы хакимиәте башлығы Ришат Дихин әйтеүенсә, бөгөн районда инвестиция йәлеп итеү әүҙем бара. Район биләмәһендә майлы культуралар орлоғон эшкәртеү буйынса завод, мал һимертеү комплексы төҙөү, шулай уҡ балыҡ үрсетеү өсөн быуаны төҙөкләндереү кеүек ҙур проекттар тормошҡа ашырыла. Социаль әһәмиәтле мәсьәләләрҙе хәл итеүгә лә айырым иғтибар бирелә. Осрашыуҙа шулай уҡ Асҡын – Көнгәк автомобиль юлын капиталь төҙөкләндереү тураһында ла һүҙ барҙы. Радий Хәбиров республиканың проектҡа булышлыҡ итергә әҙер булыуы хаҡында белдерҙе.


Көйөргәҙе районы башлығы Юлай Ильясов ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсеү йәһәтенән тәҡдимдәр индерҙе. Районда евроконтейнерҙар етештерергә була. Улар пластик һауыттарға ҡарағанда арзаныраҡҡа төшә. Предприятиеның ҡеүәте контейнерҙар менән бөтә республиканы тәьмин итеү мөмкинлеген бирә.


Төбәк етәксеһе бындай проекттарға булышлыҡ итергә кәрәк, тигән фекер белдерҙе. Осрашыуҙа шулай уҡ юл селтәрен яңыртыу, Ермолаевка спирт-араҡы комбинаты эшмәкәрлегенә ҡағылышлы мәсьәләләр тикшерелде. Комбинаттың мөлкәт комплексын муниципаль милеккә тапшырыу һәм уның нигеҙендә иген эшкәртеү буйынса яңы предприятие асыу тәҡдиме яңғыраны.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: