Интерактив карта июндә, Рәсәй Дәүләт Советының автомобиль юлдары селтәрен үҫтереү һәм юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген тәьмин итеү мәсьәләләре буйынса үткәрелгән ултырыштан һуң булдырылған. Унда Ил Президенты Владимир Путин, камераларҙы ҡуйыуҙың маҡсаты – йәрәхәтләнеүҙәр кимәлен түбәнәйтеү һәм ғүмерҙәрҙе һаҡлау, уларҙы йәшереү кәрәкмәй, тип белдергәйне.