Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
27 Июль 2019, 15:56

Кеше аңы менән ялған мәғлүмәт идара итмәһен

Бөгөн Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Рәсәй Журналистар союзы рәйесе Владимир Соловьев менән осрашты.

Яҡтар төбәк киң мәғлүмәт сараларының үҫеш юлдарын, социаль аралашыуҙың яңы формаларын, журналистар берләшмәһенә теләктәшлек белдереү мәсьәләләрен барланы.

Өфөлә Владимир Соловьев төбәк журналистары өсөн белем биреү сараһы "Инфорум"да ҡатнашты. Форум сиктәрендә журналистиканың үҫеш юлдары, эштең заманса формаларын индереү, власть органдары һәм йәмғиәт менән үҙ-ара бәйләнештең көнүҙәк мәсьәләләре тикшерелде. Уның эшендә төбәк һәм урындағы киң мәғлүмәт саралары етәкселәре, баш мөхәррирҙәре, хәбәрселәре, блогерҙар, федераль эксперттар, медиаменеджерҙар, төбәк етәкселеге вәкилдәре ҡатнашты.

Радий Хәбиров был аҙнала дәүләт ҡарамағында булмаған киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре менән осрашып, уларҙың күп һорауҙарына яуап биреүен белдерҙе.

"Беҙҙең республика, беҙҙең идара итеү командаһы һәр кем өсөн тулыһынса асыҡ, шул иҫәптән киң мәғлүмәт саралары менән аралашыу өсөн дә. Әммә ҡайһы берҙә был асыҡлыҡтың иҫбатланмаған, йәғни фейк-ньюс тип аталған мәғлүмәт таралыуы рәүешендә кире яғы ла тыуа. Һөҙөмтәлә шундай ялған мәғлүмәт кеше аңы менән идара итеү ҡоралына әүерелә. Шуға күрә халыҡҡа ҡайҙа дөрөҫлөк, ҡайҙа ялған булыуын төшөнөргә ярҙам итергә кәрәк. Ә юл бер генә: бөтә сығанаҡтар аша оператив рәүештә объектив һәм дөрөҫ мәғлүмәт биреү.

Осрашыуҙа Владимир Соловьев төбәк етәксеһе тәҡдиме менән республиканың һәм халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыллыҡҡа арналған "Алтын ҡурай" халыҡ-ара асыҡ журналист конкурсының баһалама төркөмөн етәкләйәсәген хәбәр итте.

"Башҡортостан" гәзитенән.

Читайте нас: