Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
25 Июль 2019, 09:46

Владимир Путин етемдәр йортон тикшертә

Рәсәй Президенты Владимир Путин Генераль прокуратураға Тайшет ҡалаһының Транспорт урамындағы етемдәр өсөн тәғәйенләнгән күп фатирлы йорт төҙөгәндә ил ҡануниәтен үтәүҙе тикшерергә ҡушты. Бының өсөн Юрий Чайка яуаплы. Тикшереү эштәре 1 сентябргә тиклем тамамланырға тейеш.

Алдан хәбәр ителеүенсә, йорт етешһеҙлектәр менән төҙөлгәйне. Стенала – ярыҡтар, ҡыйыҡтан һыу аға. Ошо хәлдә уны етемдәргә тапшырғандар. Яңы өй туйлаусылар тәүҙә бик шатланһа ла, етешһеҙлектәр тиҙ асыҡлана. Ярыҡтар ғына етмәгән, күп тә тормай подвалдағы стена емерелә башлай, батареялар шулай уҡ яраҡһыҙ. Сифатһыҙ йорт төҙөүселәргә енәйәт эштәре ике тапҡыр ҡуҙғатыла, тик ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында, туҡтатыла.


Иркутск журналисы был турала Владимир Путинға хәбәр иткәс кенә был проблемаға иғтибар иттеләр. Тайшетҡа махсус комиссия барып, етешһеҙлектәрҙе асыҡланы.

#ВладимирПутин

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: