Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
24 Июль 2019, 21:09

Федераль ҡаза тип танылды

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Иркутск өлкәһенә барып һыу баҫыу эҙемтәләре менән танышыуы һәм уларҙы бөтөрөү буйынса кәңәшмә үткәреүе тураһында хәбәр иткәйнек инде.

Ашығыс саралар күреү буйынса бойороҡтарҙан һуң был зыян күреүҙе бөтөрөүгә арналған махсус указ да сыҡты. Унда һыу баҫыу ваҡиғаһы федераль кимәлдәге ҡаза тип таныла. Уға ярашлы, хәлде көйләү өсөн Рәсәйҙең Ҡораллы көстәре һәм башҡа хәрби ойошмалар йәлеп ителә, төҙөлөш эштәре өсөн федераль ҡаҙнанан байтаҡ аҡса бүленә, йорто яраҡһыҙ хәлгә килгән граждандарға өй төҙөү йәки фатир һатып алыу өсөн дә аҡса бүленә. Бынан тыш ауыл хужалығы предприятиеларына сәсеүлектәрҙе аяҡҡа баҫтырыуҙа ярҙам күрһәтеләсәк. Шулай уҡ Владимир Путин көндәлек кәрәк-яраҡ тауарҙарға хаҡтың ҡырҡа күтәрелеп китеүенә юл ҡуймаҫҡа ҡушты.


Фото: Кремлин.ру сайтынан.
"Башҡортостан" гәзитенән.


Читайте нас: