Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
23 Июль 2019, 10:20

Владимир Путин – Магнитогорск комбинатында

Тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонто яһау кимәле кәмейәсәк.

Владимир Путин Магнитогорск металлургия комбинатында тау-байыҡтырыу производствоһының яңы подразделениеһы – 5-се агломерация фабрикаһының икенсе сиратын файҙаланыуға тапшырыу тантанаһында ҡатнашты.


Иң алдынғы технологияларҙы ҡулланып төҙөлгән яңы аглофабрика иҫкергән 4-се аглофабриканы алмаштырасаҡ. Һөҙөмтәлә тирә-яҡ мөхиткә зарарлы йоғонто яһау кимәле кәмейәсәк. Фабрика йылына 5,5 миллион тоннаға тиклем юғары сифатлы агломерат етештереүгә иҫәпләнгән.


Ғәмәлдә төҙөлөш эштәре 2016 йылда башланғайны. Аглофабриканың беренсе сираты быйыл апрелдә файҙаланыуға тапшырылды. Яңы аглофабрика булдырыу – комбинаттың ҙур инвестиция стратегияһының бер өлөшө. Уның сиктәрендә компания ҡеүәттәрҙе тулыһынса яңыртасаҡ.


Магнитогорск металлургия комбинаты – ҡорос етештереү буйынса донъяла иң ҙур предприятиеларҙың береһе.

"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: