Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
17 Июль 2019, 12:59

Иғтибар үҙәгендә – милли проекттар

Хөкүмәт йортонда республикала милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу буйынса комитеттың киңәйтелгән ултырышы үтте.

Унда тәүге ярты йыллыҡ һөҙөмтәләренә йомғаҡ яһалды һәм йыл аҙағына тиклем Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарын тормошҡа ашырыуҙың өҫтөнлөклө йүнәлештәре ҡаралды.


Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – Хөкүмәт аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуҙы тикшереү һөҙөмтәләре, уларҙы федераль һәм республика бюджеттарынан финанслау тураһында һөйләне.


– Әле республикала 2024 йылға тиклем дөйөм финанслау күләме 172 миллиард һум тәшкил иткән 58 төбәк проекты тормошҡа ашырыла, – тине Илшат Тажетдинов. – Иң ҙур сумма – 150 миллиард һум самаһы – “Экология”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Демография”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф” һәм “Мәҙәниәт” проекттарын финанслауға йүнәлтеләсәк.


Төбәк проекты етәкселәре ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре, йыл аҙағына тиклем башҡарыласаҡ эштәр тураһында һөйләне, айырыуса ҙур иғтибарҙы финанс дисциплинаһына бүлде.


Ултырыш һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров йөкләмәләр бирҙе, айырыуса “Демография”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекттарына иғтибар бүлергә ҡушты. Ағымдағы хәлде ваҡытында көйләү өсөн стратегик маҡсаттарҙы һәм бурыстарҙы даими рәүештә төҙәтеп, үҙгәртеп торорға тигән ҡарар ҡабул ителде.

"Башҡортостан" гәзите.
Читайте нас: