-1 °С
Болотло
«Рәсәй Президентының 2024 йылға тиклемге милли проекттары. Нисек итеп барыһына ла (шул иҫәптән мин дүрт балама ла) ошо хаҡта еткерергә икән? Уның әһәмиәтен әлегә белмәйҙәр, әммә бының илде үҫтереүҙә ҙур аҙым буласағына ныҡлы ышанам, — тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә. — Дәүләт халыҡҡа улар йәшәү шарттарының яҡшырыуын тойһон өсөн 6 йылға 28 триллион һум аҡса бирә: хеҙмәт хаҡы, пособиелар, сифатлы һаулыҡ һаҡлау һәм мәғариф, мәҙәниәт, спорт, таҙа тәбиғәт һәм һәммәбеҙҙе лә борсоған мәсьәләләр. Шул уҡ ваҡытта был — минең барлығымды белмәгән, ләкин һуңынан: «Эйе, шәп булды» тип әйткәндәрҙең өмөттәрен аҡлау мөмкинлеге лә... Аҡсаны урлауға юл ҡуймаҫбыҙ. Бында имиңә һеҙҙең ярҙамығыҙ кәрәк».