Әлеге ваҡытта Башҡортостанда ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу буйынса нормативтарҙы яңынан ҡарау һәм ентекләп өйрәнеү, нормативтарҙы һәм тарифтарҙы халыҡ һәм төбәк операторҙары ҡабул итерлек кимәлгә килтереү өсөн
махсус ведомство-ара комиссия эшләй. Уның составына профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар белгестәре, төбәк операторҙары, муниципалитеттар, йәмәғәт ойошмалары, шул иҫәптән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһендә йәмәғәт контроленең төбәк үҙәге вәкилдәре инә.