«Республиканы етәкләүегеҙгә шатбыҙ. Һеҙҙе Мәскәүҙә эшләүегеҙ, Һеҙҙең парламентҡа, сәйәси партияларға, демократик процестарға ҡарата иң изгелекле мөнәсәбәттә булыуығыҙ, Һеҙҙең федераль кимәлдә ҙур саралар ойоштора белеүегеҙ буйынса яҡшы беләбеҙ. Федераль кимәлдә туплаған тәжрибәгеҙ Һеҙгә бында кәрәк була», — тип билдәләне Владимир Жириновский.
Республикала закондар сығарыусы власть органдарында партия киң күрһәтелгән тип айырып әйтте Радий Хәбиров. Дәүләт Йыйылышында ЛДПР фракцияһы ойошторолған, уға ете депутат инә. Урындағы үҙидараға партияның 139 вәкиле һайланған.
«Иртәгә парламентҡа балансланған, социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә йүнәлтелгән бюджет проектын индерәбеҙ. Күп йылдар эсендә тәүгә социаль инфраструктураға ҙур аҡса һалдыҡ. Фракция беҙҙе хуплар тип ышанам», — тине республика етәксеһе.
Осрашыу барышында төбәктә партия төҙөлөшө, социаль-иҡтисади хәл, спорт, туризм үҫеше, мәҙәни мираҫҡа булышлыҡ итеү мәсьәләләре тикшерелде.