Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт
16 Октябрь 2018, 12:45

Республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы итеп Радий Хәбиров тәғәйенләнде

11 октябрҙә Рәсәй Президенты Владимир Путин 2010 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы етәксеһе вазифаһын биләгән Рөстәм Хәмитовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыуын ҡабул итте һәм үҙенең Указы менән Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусыны тәғәйенләне. Ул - Радий Хәбиров.

Шәмбе, 13 октябрҙә, Өфөлә Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров менән таныштырҙылар. Тантанаға Хөкүмәт ағзалары, министрҙар, депутаттар корпусы, муниципалитеттар, ведомстволар һәм ойошмалар етәкселәре килде. Төбәктең яңы етәксеһе менән Рәсәй Президентының Волга буйы Федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров таныштырҙы, Радий Хәбиров тыуған ерендә эшләгәндә сәйәсмән булып китә һәм республиканың ижтимағи-сәйәси тормошоноң үҙенсәлеген бик яҡшы төшөнә, милли характерҙы аңлай, бөтә иҡтисади үҫеш өлкәләрен белә тип хәтергә төшөрөп.

«Минең өсөн бында һеҙҙең алдығыҙҙа тороу оло хөрмәт һәм шул уҡ ваҡытта республика халҡы алдындағы яуаплылыҡ ҙурлығын бик яҡшы аңлайым. Бөтә көсөмдө Башҡортостан Республикаһының артабанғы үҫешенә һәм уның халҡының тормошон яҡшыртыуға йүнәлтермен. Нәҡ ошоно һәр ҡайһығыҙҙан һорайым һәм тулы күләмдә талап итәм», - тип мөрәжәғәт итте Радий Хәбиров залда ултырғандарға.

Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең беренсе указы менән Рөстәм Хәмитовты «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән бүләкләне.

Шул уҡ көндө Республика йортонда Радий Хәбиров 1990-2010 йылдарҙа республиканы етәкләгән Мортаза Рәхимов менән эшлекле осрашыу уҙғарҙы.

Радий Хәбиров тап ошо еңел булмаған йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Рәсәйҙең социаль-иҡтисади йәһәттән уңышлы төбәктәренең береһе булып китеүен билдәләне, шулай уҡ халыҡтың тормош сифатын яҡшыртыу маҡсатында Мортаза Рәхимов йәмәғәтселекте туплау өсөн үҙенең уникаль тәжрибәһен эшкә ебәреүгә ышаныс белдерҙе.

Уҙған йәкшәмбе ул эш сәфәре менән «Башнефть» компанияһы предприятиеларында булды. Компания идараһы рәйесе Андрей Шишкин менән бергә ул «Новойл»да водород етештереү ҡулайламаһын, «Башнефть-Өфөнефтехим» нефть эшкәртеү заводында биологик таҙартыу ҡоролмаларын ҡараны.

«Башинформ» агентлығынан.
Читайте нас: